ТУЛЫБАЕВА Н.Б. ИЖАД ТИП АТАЛҒАН ШӨҒӨЛ БАР, ЙӘКИ МӘҘӘНИӘТ ЙЫЛЫНДАҒЫ ҠАҘАНЫШТАР. - Республиканский центр народного творчества РБ
ТУЛЫБАЕВА Н.Б. ИЖАД ТИП АТАЛҒАН ШӨҒӨЛ БАР, ЙӘКИ МӘҘӘНИӘТ ЙЫЛЫНДАҒЫ ҠАҘАНЫШТАР.

Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәсәйҙә һәм Башҡортостан Республикаһында 2014 йылды Мәҙәниәт йылы тип иғлан итеү тураһындағы Указы – халыҡтың рухи бөтөнлөгөн ҡайғыртыу, тип ҡабул ителергә тейештер. Мәҙәниәткә бөгөн хеҙмәтләндереү өлкәһе тип түгел, идеологик авангард, йәмғиәттәге әхлаҡ торошон билдәләүсе өлкә итеп ҡарау ваҡыты етте. Әлбиттә, ижтимағи тормоштоң үҙ ҡанундары, һәр замандың үҙ талаптары бар. Тик шуны оноторға ярамай, кешелектең ижад итеү тип аталған шөғөлө булған һәм бар. Үҙең тыуҙырған матурлыҡты башҡалар менән бүлешеү ҙә – кешелек сифаты.

 

Ил башлығы В.В.Путиндың «мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре халыҡтың ялын ойоштороуҙа төп позицияларҙы биләргә тейеш» тигәнен һәүәҫкәр сәнғәткә иғтибар йүнәлтеү тип тә аңларға кәрәк. «Беҙ үҙешмәкәр сәнғәт системаһын мәктәптән алып үҫтерәсәкбеҙ. Режиссермы, рәссаммы, хореографмы – балалар ижад түңәрәген ойоштороусы икән, уға шарттар булдырылырға, кәрәк булғандың барыһы ла эшләнергә, тәъмин ителергә тейеш», - тигәйне ул. Был йәһәттән республиканың социаль – мәҙәни тормошо ни хәлдә? Башҡортостандың мәҙәни-ял ойоштороу учреждениелары селтәре Рәсәй Федерацияһында иң ишлеһе – 2193 мәҙәни усаҡ иҫәпләнә, уларҙа шөғөлләнгән кешеләр һаны ла (18473), тамаша залдарындағы урындар буйынса ла күрһәткестәр иң яҡшылар рәтендә. Ауылдағы мәҙәниәт йорто, ғәҙәттә, әүҙем тормош алып барыусылар йыйылыр, байрам саралары үткәрер, йәнле аралашыу өсөн берҙән – бер урын һанала. Үҫмерҙәр, йәштәрҙең, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәрендә ҡатнашыусыларҙың буш ваҡыты ла шунда үтә. Рәсәйҙә үҙ аллы ижад менән шөғөлләнеүселәрҙе бергә туплап, ҡурсалап торған ойошмалар булдырылыуға 100 йыллап ваҡыт үткән. Улар илдең һәр бер субъектында эшләп килгән Халыҡ ижады үҙәктәре (йорттары). Мәҙәни хеҙмәтләндереүҙе планлаштырыу, методик ярҙам күрһәтеү, күрһәткестәрҙе мониторинглау эштәре лә тап ошо ойошмалар бурысы. Бөгөн заман талаптарына яуап бирерҙәй саралар үткәреү өсөн заманса йыһазландырылған мәҙәни усаҡ та кәрәк. Клуб тибындағы учреждениеларҙың иң күбеһе Әбйәлил, Баймаҡ, Күгәрсен, Яңауыл, Ҡариҙел, Учалы райондарында эшләй. Рәсәйҙә ҡабул ителгән 131- се Федераль законға ярашлы, бөгөн мәҙәниәт усаҡтары урындағы хәкимиәттәр ҡарамағында көн күрә. Ауыл мәҙәниәт учреждениеларын төҙөү, капиталь төҙөкләндереү, матди базаларҙы нығытыу, сәхнә костюмдары тегеү, уйын ҡоралдары, тауыш аппаратуралары һатып алыу, компьютерлаштырыу кеүек ҙур сығымдар талап иткән эштәр ҙә улар иңенә төшә. Мәҫәлән: республикала 470 бинаға (Дыуан, Мәсетле, Ҡариҙел, Асҡын, Шишмә, Федоровка, Дәүләкән муниципаль райондары, Күмертау, Ағиҙел, Межгорье, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Өфө ҡалалары) капиталь төҙөкләндереү талап ителә. Уның ҡарауы Стәрлетамаҡ, Сибай, Салауат ҡалаларында, Әлшәй, Бишбүләк, Йәрмәкәй, Нуриман, Миәкә райондарында бындай киҫкен хәлдәр юҡ тиерлек.

 

Заман беҙгә оптималләштереү тигән ҡанун индерҙе. Уның ыңғай яҡтарын барлаһаң, күптән өлгөрөп еткән мәсьәләләр ҙә барлығын күрәбеҙ. Йәмғиәттә сурытыла башлағаны – күпләп клубтар ябылыуы. Был осраҡта ябыу сәбәптәрен дә хәтергә төшөрөргә кәрәк. Ауылда кеше һаны кәмеүе, оло йәштәге кешеләр генә ҡалыуы, күрше ауылда ҙур мәҙәниәт усағы эшләүе сәбәпле лә клуб консервацияланырға тейеш. Был талаптар барыһы ла дәүләт тарафынан ҡабул ителгән нормативтарға таяна. Икенсе төрлө әйткәнд, Туймазы, Баймаҡ, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ райондарындағы авария хәлендәге биналарҙың бәлә булмаҫ элек ябылыуы хәйерлерәк.

 

Уҙған Мәҙәниәт йылы сиктәрендә ниндәй ҙә булһа үҙгәрештәр, алға китеш булдымы? Мәҙәниәт министры Әминә Ивнәй ҡыҙы Шафиҡованың һөйләгәндәренә туҡталып китәйек:

 – Рәсәй мәҙәниәт министрлығы менән берлектәге башланғыстарыбыҙ яҡшы ғына, – тигәйне ул. – Рәсәй Президенты Указына ярашлы, 2013 йылдан алып ауыл ерендә эшләп килгән мәҙәниәт учреждениеларына – 100-әр, хеҙмәткәрҙәргә – 50-шәр мең аҡсалата бүләкләү сараһы булдырылды. 2013 йылда федераль үҙәктән – 7 150 мең аҡса йәлеп ителде һәм конкурста еңгән 51 учреждение, 41 хеҙмәткәр иҫәбенә күсте. 2014 йылда министрлыҡ конкурста тағы ҡатнашты һәм республикаға 7 650 мең һум аҡса бүленеүгә өлгәште, 55 учреждение һәм 43 хеҙмәткәр финанс дәртләндереү алды. Бынан тыш, матди базан нығытыу өсөн республика бюджетынан 34 млн. һум ярҙам алдыҡ. Был сумма конкурс үткәндән һуң мәҙәниәт учреждениеларының матди базаһын нығытыу: яҡтыртыу, тауыш аппаратуралары, махсус сәхнә ҡорамалдары, музыка ҡоралдары алыу өсөн райондарға таратылды. Һөҙөмтәлә 9 автоклуб, 5 библиобус, 1 киномобиль һатып алынасаҡ, 49 балалар музыка мәктәбенең матди базаһы нығытыла, уларҙың 30 яңы музыка уйын ҡоралдары, 36 моделле китапхана, 23 виртуаль уҡыу залы, 5 моделле клуб, Бөрө ҡалаһында күп функциялы мәҙәни үҙәк төҙөу мөмкинселеге алдыҡ. Ауыл мәҙәни усаҡтарын модернизациялау буйынса ла эштәр ярайһы ғына булды. Мәҫәлән, Салауат районының Арҡауыл, Ҡырмыҫҡалы районының Прибельск, Илтирәк, Ишембай районының Үрге Этҡол ауылдарында күп функциялы мәҙәни үҙәктәр ишектәрен асты. Улар ауыл ғаиләһе ялын бергәләп үткәрә алһын өсөн эшләнде. Шуға ла бында бер ҡыйыҡ аҫтына интернетлы китапхана, ауыл клубы, күргәҙмәләр залы, кинозал, балаларға уйын бүлмәләре, үҙешмәкәр түңәрәктәр өсөн бүлмәләр, спорт уйындары ҡорамалдары (теннис, бильярд, шахмат, шашка) туплана.

 

Һуңғы йылдарҙа сәнғәт һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостан Президенты гранттары бүленә башланы. Сумма ла ярайһы ғына. Иң уникаль тип табылған проекттарға 100 меңлек - 25 һәм 300 меңлек 5 грант бүленә. Былтырғы еңеүселәр араһында, мәҫәлән Хәйбулла районы тәҡдим иткән «Дебет шәл һуғыу» кәсебен тергеҙеү проекты ла бар. Салауат районының «Йор үҙән» этнофестивале, Башҡортстан Республикаһының «өлгөлө» коллективтары араһында «Фолктан – модернға тиклем» конкурстары тәүге тапҡыр миллионлыҡ гранттар алыуға өлгәште.

 

Бер кемгә лә сер түгел, өлкәлә эш хаҡының иң түбән булыуы белгестәрҙе һөнәренән биҙҙерҙе. Ә бит музыкант йә бейеүсе булыу өсөн 5-6 йәштән махсус мәктәптә уҡый башлайҙар, артабан бар баҫҡыстарҙы үтеп, диплом алғас түбән эш хаҡы, фатир юҡлығы көтә. Таныш һәм тиҙ генә үҙгәртеп булмай торған бурыстар былары. 2013 йылда республика етәкселеге мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен фатир менән тәъмин итеү яйын тапты. Социаль торлаҡ төҙөү өсөн республика бюджетынан 50 млн. һум аҡса бүленде һәм фатирҙар арендаға бирелде. Фатир асҡыстарын Өфө, Салауат ҡалаларында, Балтас, Белорет, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы, Учалы райондарында 42 ғаилә алды. «Юл картаһы»на ярашлы эш хаҡы кимәленең артыуын мәҙәнәиәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре лә ыңғай баһалағандыр.

 

Кешене башҡа йән эйәһенән аҡыл һәм мәҙәни кимәл айыра. Муниципалитеттар араһында бер – береһе менән ярышып эшләү, сәм кеүек матур ғәҙәттәр әле юғалмаған. Урындағы хакимиәттәр ҙә үҙ халҡының мәҙәни үҫешен ҡайғырта. Йән башына иҫәпләнгән финанс сығымдар, мәҫәлән, Йылайыр, Ейәнсура, Баҡалы, Баймаҡ, Яңауыл райондарында һәм Межгорье ҡалаһында юғары. Компьютерҙар менән тәьмин итеү, уларҙы интернет селтәрҙәренә тоташтырыу ҙа хәҙер – көнүҙәк мәсьәлә. Был юнәлештә Өфө, Әлшәй, Ҡырмыҫҡалы, Саҡмағош, Мәләүез, Белорет, Бәләбәй райондары күп көс һала. Дөйөм алғанда, Республикалағы 2193 учреждениеның ни бары 447-һе генә компьютерлаштырылған, 2013 йыл менән сағыштырғанда ул 135- кә күберәк тә бит, әммә урамда 21–се быуат икәнен дә онотмаҫҡа кәрәк.

 

Республикала иғлан ителгән Мәҙәниәт йылы сиктәрендәге план да яңы башланғыстар, яңы төр сараларҙы үҙ эсенә алды. Унда муниципаль берәмектәр араһындағы айырыуса йәнлелек менән үткән «Башҡортостан Республикаһының мәҙәни башҡалаһы» марафоны, С.Юлаев ис. Дәүләт премияһы лауреаты, композитор Х.Әхмәтовтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған юбилей кисәһе, Мәскәүҙә үткән Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең юбилей концерты, «Библиотөн», асыҡ һауалағы «Симфоник төн», «Дискотөн» кеүек яңыса алымдар тәҡдим ителде һәм халыҡҡа оҡшаны. Ауыл кешеһенең мәҙәни ихтияжын ҡәнәғәтләндереү йәһәтенән 2014 йыл һынылыш йылы булды, тиһәк тә хаталанмабыҙ.

 

Башҡортостандың ыңғай имиджын булдырыуҙың баҙыҡ бер йүнәлеше булып ҡала барлыҡ ошо мәҙәни ҡаҙаныштарыбыҙ.

 

Нәфисә Тулыбаева,

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,

Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры урынбаҫары.