ТУЛЫБАЕВА Н.Б. «ЫСЫНЛАП ТА» ТАПШЫРЫУЫНА ЯУАПТАР

Республика халыҡ ижады үҙәге 14 апрелдә 75 йыллыҡ юбилейын билдәләй.

 

Уның тарихы алыҫ 30 – сы йылдарҙан башлана. Шул осорҙа халыҡ ижады йорттары Рәсәйҙең бөтә өлкәләре, автономиялы республикалары буйынса ойошторолған. Өфөлә ни бары 5 кеше эш башлай.

 

Ул саҡтағы халыҡ байрамдарын, агитбригадалар, драма түңәрәктәре, республикалағы үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары эшен ойоштора, ярҙам итә. Халыҡ ижады Йортоноң эше йылдан – йыл йәнләнә бара.Смотрҙар, декадалар, Рәсәй кимәлендәге саралар бихисап үтә тора.

 

Хатта иң ауыр йылдар - Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла ул ябылмай. Халыҡ ижады Йорто – Хәрби штабҡа әйләнә, унда ни бары 3 кеше ҡала. Улар Агитация- художество бригадалары,бәләкәй театр постановкалары әҙерләп, хәрби частәргә барып сығыш яһай.

 

Һуғыштан һуң ауылдарҙа күпләп клубтар асыла башлай.Унда эшләү өсөн белгестәр әҙерләү кәрәк була,шулай белем камиллаштырыу курстары асыла, тағы ла бер юнәлеш өҫтәлә.

 

Йылдар үтеү менән Халыҡ ижады йортоноң исеме лә алышына, талаптар ҙа арта, эш офоҡтары ла киңәйә.

 

Бөгөн Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы был ойошма, тәү сиратта, халыҡты мәҙәни хеҙмәтләндереү буйынса Дәүләт заказын үтәй.

 

1960 - 64 йылдарҙа драма(102 кеше), бейеү коллективтары(236), баянсылар(246), агитбригадалар етәкселәре(16), рәссамдар(31), композиторҙар(39), бал бейеүҙәре етәкселәре(50) методик курстарҙа күпләп уҡый.

 

Ошо йылдарҙа халыҡ ижады Йорто Мәскәү, Ленинградтағы коллегалары менән тығыҙ бәйләнештә эш алып бара.

 

Беренсе тапҡыр Башҡортостан киноһөйөүселәре Бөтә союз смотры лауреаты була.

 

1966 – 1970 йылдарҙа тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатынан

 

"Үҙешмәкәр сәнғәт яңылыҡтары" тип исемләнгән баҫма сығарыла.

 

Бөгөн Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы был ойошма, тәү сиратта, халыҡты мәҙәни хеҙмәтләндереү буйынса Дәүләт заказын үтәй.

 

Әйтеп үткәнемсә Республика халыҡ ижады йорто Башҡортостанда ғына түгел Рәсәйҙә, сит илдәрҙә лә танылыу яулаған ҡеүәтле ойошма. Бында эшләгән белгестәр күп яҡлы эш алып бара. Уларҙың бәлки юғары исемдәре лә юҡтыр, әммә Республиканың ыңғай имиджын булдырыуҙағы хеҙмәттәре баһалап бөткөһөҙ.

 

Ауыл – ҡалаларҙағы коллегалары менән бергә Халыҡ – ара кимәлдәге сараларҙы ла юғары кимәлдә ойоштора белгән кешеләр- фанаттар эшләй бында. Оло быуын вәкилдәре ауыр йылдарҙа башлап ебәргән мәҙәни эштәр, бөгөн икеләтә ойошҡанлыҡ менән үтә.

 

Үҙәктең тағы ла бик мәртәбәле юнәлеше – ул “Рәсәй башҡорттары”Дәүләт программаһына ярашлы сит өлкәләрҙәге милләттәштәребеҙ менән бәйләнеш булдырыу, методик ҡулланмалар, китаптар, музыка ҡоралдары алышыу, йолаларҙы өйрәтеү, телде һаҡлау йәһәтенән ярайһы эштәр башҡарыла.

 

2011 йылда, мәҫәлән Ырымбур, Силәбе, Ҡурған,Пермь, Һамар,Свердловск өлкәләренә барып аҙналыҡ семинарҙар үткәрҙе.

 

Ғәҙәттә, ошо семинарҙарҙан һуң ундағы коллективтар Башҡортостанда үткән конкурстарға килә. Санкт – Петербургтан “Ирәндек”, Ҡурғандан фольклор коллективтары “Ашҡаҙар таңдары”республика башҡорт фольклоры байрамында призлы урындар алып ҡайтты.Тимәк, эшләһәң, һөҙөмтәләр көттөрмәй.

 

Һамарҙар Мәсетлеләге ҡумыҙсылар бәйгеһенә, ОктябрьскийҙағыҠурай байрамына ихлас ҡатнаша. Март айында Силәбенең “Айгөл”бейеү ансамбле Баймаҡ районында гастролдәрҙә булды.Был аралашыуҙар ике яҡ өсөн дә файҙалы.Баймаҡтар бейеү буйынса мастер – класстар үткәрҙе.

 

Республикала үҫеп сыҡҡан талантлы артистарыбыҙ мәртәбәле конкурстарҙа ҡатнашып еңеп ҡайта.Уларҙы Республика халыҡ ижады үҙәге әҙерләй, ойоштора. Марсель Ҡотоев – Хакас Республикаһында “От Ыры” халыҡ – ара этник эстрада конкурсынан Гран – при алып ҡайтты, киләһе йылда(2011) ошо уҡ конкурста Юнир Һағынбаев 3 урынды алды.

 

Айҙар Хәмзин “Саян тауҙары тауышы” халыҡ – ара эстрада конкурсында 1 урын яуланы. Былар бик һөйөнөслө ваҡиғалар.Ситтә ҡурайға ҡушылып башҡорт халыҡ йырын башҡарһалар , хайран ҡалып тыңлайҙар, һоҡланыуҙарын белдерәләр.

 

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығы ҡарамағында 19 меңгә яҡын клуб - ойошмалар бар,шуларҙың 15 меңгә яҡыны тик халыҡ ижады үҫтереү менән шөғөлләнә. 800 – ҙән ашыу коллектив почетлы “халыҡ ”һәм “өлгөлө” исемен йөрөтә. Шулар ара һында Салауат ҡалаһының “Ағиҙел” халыҡ бейеү ансамбле “Рәсәй Федерацияһының” атҡаҙанған коллективы исемен, Туймазы ҡалаһында эшләгән “”Сәфәр”халыҡ бейеү коллективы етәксеһе Миңлеәхмәт Зарипов “Душа России”Рәсәй Хөкүмәте премияҺы лауреаты.Әйткәндәй ошо уҡ премияны тәүгеләрҙән булып Сибай ҡалаһынан рәссам – ағас һырлау оҫтаһы Йәноҙаҡ Ҡылысов яулағайны.Был премияға бик һирәктәр генә лайыҡ була.

 

Республикала йыл әйләнәһенә 30 –лап конкурс – фестиваль үтә.Унда бөтә район – ҡалалар ҙа ихлас ҡатнаша, үҙҙәренең хеҙмәт уңыштарын күрһәтә, башҡаларҙан өйрәнә. Был йәһәттән һуңғы статистик мәғлүмәттәргә таянып ҡараһаҡ Өфө, Сибай, Салауат ҡалалары, Благовещен, Яңауыл, Белорет ҡала –райондары,Ҡырмыҫҡалы,Миәкә, Ғафури райондары алдынғы урындарҙа.Башҡалар насар эшләй тигән һүҙ түгел Башҡортостан халыҡтың, социаль – мәҙәни тормошон, ялын ойоштороу яғынан Рәсәй төбәктәре менән сағыштырғанда бик яуаплы эшләй.

 

Үҙәктең75 –йыллыҡ оло юбилейы Рәсәй Федерацияһы Президенты Указына ярашлы билдәләнә.14 апрель “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында байрам саралары үтәсәк.

 

Иртәнге сәғ.10.00 “Халыҡ ижады Йорттарының (Үҙәктәре) Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫын һаҡлауҙағы роле” тип исемләнгән фәнни – ғәмәли конференцияға коллегаларыбыҙҙы, ғалимдарҙы саҡырҙыҡ.

 

Мәскәү, Хабаровск, Липецк, Сыктывкар, Киров, Ырымбур, Силәбенән ҡунаҡтар көтәбеҙ.

 

“Нефтсе” мәҙәниәт һарайының фойеһында һынлы сәнғәт оҫталары. Кейеҙ баҫыу, аҫалы балаҫ һуғыу, тамбурлы сигеү, шәл бәйләү,биҙәнеү әйберҙәре эшләү алымдарын өйрәтәсәк.

 

“Урал ” халыҡ сәнғәте галереяһы тамашасыларға ошондай йәнле күргәҙмә тәҡдим итә.

 

“Беҙҙең тарихыбыҙ” тип аталған фотоһүрәттәр- ҡасандыр беҙҙә эшләп киткән кешеләр, шәхестәр, төрлө саралар хаҡында һөйләй.Уларҙы Рәмил Килмаматов етәкләгән “Ағиҙел” кино–фото клуб ағзалары әҙерләне.

 

Юбилейға арналған Респулика фестивале ошо иң көслө үҙешмәкәр артистар сығышын берләштергән Гала – концерт менән тамалана.

 

Учалы районынан “Ләйсән”, Нефтекаманан “Виктория”, Стәрлетамаҡтан “Солнышко” бейеү ансамблдәре, Миәкәнең халыҡ хоры, Белореттың “Виват” ирҙәр йыр капеллаһы, Октябрьскиҙың оркестрҙары, Тәтешленең удмурт, Дыуандың мордва фольклор ансамблдәре, Бөрйән, Ейәнсура, Хәйбулла ҡурайсылары - йәмғеһе 64 коллкетив ҡатнашасаҡ.

 

Бер генә эш тә Дәүләт ярҙамыһыҙ, урындарҙағы хәкимиәт ярҙамыһыҙ үтмәй. Форсаттан файҙаланып уларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерер инем.

 

Республика халыҡ ижады үҙәгендә эш һәр саҡ ҡайнап тора.

 

Үҙәктең 2012 йылдағы юбилей саралары араһында “Урал моңо” төрки йәштәр ижады фестивале, “Үҙгәрештәр еле” Бөтә Рәсәй эстрада бейеүҙәре фестивале “ Рәсәй мәҙәниәте”маҡсатлы федераль Программаһы сиктәрендә үтәсәк.

 

Быйыл Рәсәй тарихы йылында 1812 йылғы Ватан һуғышы киң ҡоласлы итеп билдәләнә.Июнь айында Ҡырмыҫҡалы районынды “Любезники, любизар ”тип исемләнгән ҙур сара әҙерләнә, “Төньяҡ амурҙары” вариҫтарының Шәжәрә байрамы көҙ (сентябрь) Стәрлетамаҡ ҡалаһында планлаштырыла., “Байыҡ” фестивале лә үҙ ҡатнашыусыһын тапты

 

Йәштәр ижады ла ситтә ҡалмай .Тәүге тапҡыр Хәйбулла районында “Бөйөк дала”рок – фестивален, “Реалами” музыкаль марофонын башларға уйлайбыҙ.

 

Халыҡ кәсептәре, милли мираҫҡа ихтибар кәмемәй.Йыл дауамында аҫалы балаҫтарҙы тергеҙеү, кейеҙ баҫыу, ағас менән эш итеү кеүек оҫталар семинарҙарға йыйылып торасаҡ.

 

Нефтекамала фин – уғыр халыҡтары мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү, Бәләбәйҙә сыуаш милли йолаларын юғалтмау кеүек әһәмиәтле эштәр башҡарабыҙ.

 

Республика халыҡ үҙәге коллективы исеменән мин Башҡортостанда йәшәгән бар халыҡтарҙы ла теленә, иленә булған һөйөүе, үткәненә ихтирамы өсөн рәхмәт белдерер инем.Һәм әлбиттә,Халыҡ ижадын яратҡан тамашасыларҙы 14 апрель Нефтсе мәҙәниәт һарайына ҙур тантанаға саҡырам.